11:28 (UTC+5), 08 Февраля 2012

Башҡортостанда Уралдағы беренсе биосфера ҡурсаулығы ойоштороласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһында «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында.
— ЮНЕСКО-ның Рәсәйҙәге комитеты адресына «Башҡортостан Уралы» комплекслы биосфера резерваты булдырыуға бәйле заявка әҙерләнде, — тине министр. – Февралдә беҙҙең заявка ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында ҡаралырға тейеш. Алдан билдәле булыуынса, ул раҫланасаҡ. Июндә беҙ сертификат алырға тейешбеҙ. Был Рәсәй буйынса - 46-сы, Урал зонаһында иһә беренсе объект буласаҡ, йәғни ошондай биосфера ҡурсаулығы ойоштороласаҡ.
Уның составына «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы кеүек республиканың биш айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен индереү планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика