Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Февраль 2012, 15:09

Рөстәм Хәмитов Питирим Сорокин исемендәге көмөш миҙал менән бүләкләнде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа «Фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Питирим Сорокин исемендәге почетлы көмөш миҙал бирелде, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән. Һуңғы арала Рәсәйҙең социаль өлкәһенә һәм йәмғиәт тормошона ҙур өлөш индергән бер төркөм ғалимдар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре IV «Йәмғиәт менән фән ярҙамында идара итеү системаһында социология» Бөтә Рәсәй социология конгресында билдәләнде.
Был оло фәнни ваҡиға Мәскәүҙә, Союздар Йортоноң Колонналы залында, үтте. Унда Рәсәйҙең алдынғы фән һәм мәғариф учреждениелары, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күренекле ғалимдары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм йәш белгестәре ҡатнашты.
Форум сиктәрендә Рәсәй йәмғиәтенең социаль структураһына, мәҙәниәт, фән, сәйәсәт, дин, мәғариф, хеҙмәт, идара итеү, һаулыҡ, балалыҡ социологияһына һәм фәнни резонансҡа ғына түгел, киң ижтимағи әһәмиәткә эйә булған башҡа төрлө темаларға – социологик белем өлкәләренә бәйле төрлө мәсьәләләрҙе өйрәнеү буйынса ултырыштар һәм ғилми секциялар үтте.
Конгреста илдең күренекле ғалимдары һәм сәйәсмәндәре, атап әйткәндә, Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко, академиктар Рәсәй фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры Геннадий Осипов, Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий, Рәсәй фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков сығыш яһаны.
Конгрестың төп ойоштороусыһы — Рәсәй фәндәр академияһы Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институтының Социология институты Рәсәй йәмғиәте тормошона һәм социаль өлкәһенә иң ҙур өлөш индергән ғалимдар, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен билдәләне.
«Һеҙ үҙегеҙҙең көндәлек эшмәкәрлегегеҙҙә социаль көсөргәнешлеккә, сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа һәм хәҙерге замандағы геосәйәси янауҙарға ҡаршы көрәштә дәүләт, йәмғиәт һәм фәндең көсөн туплауға, Башҡортостан Республикаһында үткәрелгән ысынбарлыҡтағы дәүләт сәйәсәтен әҙерләүгә социологтарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәһегеҙ», — тиелә Конгресты ойоштороу комитетының республика башлығына ебәрелгән хатында.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Азат Ғәфүров
Читайте нас: