08:12 (UTC+5), 07 Февраля 2012

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты шәжәрә конкурсын үткәрергә планлаштыра

Тимур Рәхмәтуллин
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының телен һәм рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына федераль бюджеттан алынған аҡсалар иҫәбенә субсидия биреүгә конкурста ҡатнаша. Сараны төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәрә.
«Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының сектор мөдире Азамат Сөләймәнов һөйләүенсә, был йәмәғәт ойошмаһы үҙенең проекты - «Шәжәрә-родословная» тикшеренеү проекттары конкурсын тәҡдим итте. Уның сиктәрендә йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә, халыҡтың милли йолаларын, быуындар араһындағы күсәгилешлекте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеү планлаштырыла. Ойоштороусылар был эшкә Башҡортостан халҡын ғына түгел, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында йәшәүселәрҙе лә йәлеп итмәксе. Конкурс йомғаҡтары буйынса электрон йыйынтыҡ булдырыласаҡ. Был эшкә Башҡортостандың ғилми учреждениелары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәк.
Конкурс комиссияһы ыңғай хәл итһә, проектта ҡатнашыусы белгестәр тарафынан әҙерләнгән положение Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында урын аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика