09:14 (UTC+5), 03 Февраля 2012

Путинға ярҙам итеү ниәте менән Өфөлә митинг-концерт үтәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә 4 февралдә «Тиҙҙән яҙ!» митинг-концерты үтәсәк. Уны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһының Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы үткәрә. Сара 13 сәғәттә башлана.
— Бындай сараны үткәреү идеяһын «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәштәр союзы тәҡдим итте, - тип комментарий бирҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов. – Беҙ был тәҡдимде хупланыҡ һәм халыҡ штабы көсө менән байрам ойошторорға булдыҡ. Сатлама һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, йәштәргә күңелле булһын өсөн тырыштыҡ. Күп төрлө популяр башҡарыусылар саҡырҙыҡ.
Митинг-концертта ике-өс меңдән дә кәм булмаған кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Байрам программаһында «Ноу Хау» барабансылар шоуы, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң сығышы, «Top Secret» командаһының брейк-данс бейеүе ҡаралған. Шулай уҡ сарала Dj Чекист, пародиясы Александр Чистяков, «Дан минуты» («Минута славы») телетапшырыуы финалында еңеүсе Константин Наумов ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика