10:36 (UTC+5), 03 Февраля 2012

Павел Крашенинников Башҡортостан юристарының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе

Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин
«Рәсәй Юристар ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе был берекмәнең алдынғы өс төбәк вәкиллеге иҫәбендә. Шундай баһа бирҙе бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Павел Крашенинников.
— Башҡортостан бүлексәһе – бихисап төбәк бүлексәләре араһында алдынғы өсәү иҫәбендә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Уның беренсе урында булыуы ла ихтимал. Уның 1600-ҙән ашыу ағзаһы, ҡалаларҙа 12 бүлексәһе бар.
Депутаттың әйтеүенсә, бөгөн ул Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре менән осрашҡан, улар менән эштәрҙе һәм киләсәккә пландарҙы тикшергән. Уның фекеренсә, Башҡортостан юристары һөҙөмтәле эшләй.
Ул Башҡортостан бүлексәһе менән даими үткәрелеүсе бушлай юридик консультацияларҙың һөҙөмтәлелеген билдәләне. Атап әткәндә, «Гражданлыҡ линияһы» проекты сиктәрендә Росреестрҙың БР буйынса идаралығы ҡатнашлығында граждандар өсөн бушлай юридик онлайн-консультациялар үткәрелә. Иң йыш бирелгән һорауҙар торлаҡ ҡануниәтенә, пенсия менән тәьмин итеүгә һәм ғаилә хоҡуҡтарына ҡағыла.
Республика юристары, Павел Крашенинников һүҙҙәренсә, быйыл һәр төрлө семинарҙар, йәштәр форумдары, хоҡуҡ тармаҡтары һәм юридик белгеслектәр буйынса ултырыштар үткәрергә ниәтләй.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика