11:42 (UTC+5), 03 Февраля 2012

Башҡортостандан һайланған Дума депутаттары республика мәнфәғәтендә хеҙмәттәшлек итергә теләй

Марина Шумилова
Башҡортостандан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары республика мәнфәғәтендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, тип белдерҙе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников.
Дәүләт Думаһына дүртенсе тапҡыр һайланған Павел Крашенинников алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған депутаттар төркөмөнөң координаторы итеп билдәләнгән. Республика мәнфәғәттәрен әлеге Думала дүрт фирҡәнең исемлектәре буйынса һайланған 16 депутат яҡлай:12 депутат — «Берҙәм Рәсәй»ҙән, икеһе – Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан һәм «Ғәҙел Рәсәй»ҙән берәр кандидат.
—Дәүләт Думаһында беҙ республика ихтыяждары өсөн ойошҡан рәүештә эшләргә йыйынабыҙ, — тип билдәләне Павел Крашенинников.
Депутаттар ай һайын берлектә ултырыштар үткәреү тураһында һөйләшеп килеште, улар билдәле закон проекттарын тикшереүгә йәки закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәрҙе билдәләүгә арналасаҡ. Был ултырыштарға Башҡортостандың закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре лә саҡырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика