11:32 (UTC+5), 31 Января 2012

Константин Толкачев: «Ғаилә йәмғиәтебеҙ нигеҙе булды һәм булып ҡала»

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала 2012 йылды Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
— Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү Башҡортостанда социаль сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Был өлкәгә ҡағылған мәсьәләләр буйынса ҙур ғына закондар сығарыу базаһы булдырылған. Төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып республикала «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында», «Тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙең хеҙмәтенә түләү һәм тәрбиәгә алған ғаиләгә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында», «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында» закондар, башҡа норматив хоҡуҡи акктар ғәмәлдә.
Республика парламенты спикеры фекеренсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырмаса яҡшыраҡ демографик хәл бындай сәйәсәттең һөҙөмтәһе булып тора. 2000 йылдан башлап тыуым арта, республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 2010 йылда 69,7 йәшкә тиклем артты.
— Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала республикабыҙ тыуым буйынса өсөнсө урында тора, - тип билдәләне Константин Толкачев. – Был уңыштарҙы үҫтереү зарур. Ғаилә йәмғиәтебеҙ нигеҙе булды һәм булып ҡала, шуға күрә республика етәкселеге был өлкәгә айырыуса иғтибар бүлә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ғаилә именлеген хәстәрләүҙең, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙың дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре булыуы хаҡында бер генә тапҡыр әйтмәне. Республика парламенты эшмәкәрлегендә был һис шикһеҙ өҫтөнлөк булып тора. Һәр ата-әсә үҙенең балаһына бәхетле бала саҡ бүләк иткеһе килә һәм дәүләт был йәһәттән граждандарына ярҙам итергә бурыслы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика