Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-2 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Ғинуар 2012, 13:18

Иртәгә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Сергей Афониндың онлайн-конференцияһы көтөлә

Шаршамбы, 1 февралдә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афониндың онлайн-конференцияһы үткәрелә.
Сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк.
Вице-премьерға i-gazeta.com порталына ингән һәр кеше һорау бирә ала. Бының өсөн «Ижтимағи электрон гәзит»тең баш битендәге «Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры С.И. Афониндың онлайн-конференцияһы» бүлегендә бирелгән тейешле форманы тултырырға кәрәк. Һорауҙарҙы онлайн-конференцияға тиклем дә, онлайн барышында ла бирергә мөмкин.
«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында видеотрансляция алып барыласаҡ.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: