13:15 (UTC+5), 30 Января 2012

Башҡортостандағы һайлау участкаларында веб-камералар ҡуйыу 15 февралгә тиклем тамамланасаҡ

Башҡортостандың һайлау участкаларында президент һайлауҙарын видеотрансляциялау өсөн программа-аппарат комплекстары 15 февралгә тиклем ҡуйылып бөтәсәк, ә 25 февралдән бөтә система эшкә әҙер булырға тейеш. Был турала «Башинформ» агентлығына бөгөн БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов хәбәр итте.
— Әлеге ваҡытта республикаға 3000 веб-камера ҡайтарылды. Был кәрәк булғандың яртыһынан әҙерәк: Башҡортостанда ошондай икешәр камера ҡуйылырға тейешле 3500-ҙән ашыу һайлау участкаһы бар, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Ҡалған комплекттар яҡын арала килтерелергә тейеш. Был осорҙа республиканың иң төпкөл райондарын элемтә менән тәьмин итеү бурысы тора.
Камералар һайлау ваҡытындағы, шулай уҡ тауыштарҙы иҫәпләү барышындағы хәлдәрҙе реаль ваҡыт режимында күрһәтәсәк.
Министрҙың әйтеүенсә, ҡорамалдарҙы ҡуйыу менән «Ростелеком»дың техник белгестәре шөғөлләнә (Башҡортостанда был компанияның вәкиле - урындағы «Башинформсвязь» йәмғиәте). Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының роле башлыса идара итеүгә генә ҡайтып ҡала: министрлыҡ власть органдарының һәм муниципалитеттарҙың һайлауҙарҙы үткәреү һәм яҡтыртыуҙағы эшмәкәрлеген көйләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика