09:37 (UTC+5), 24 Января 2012

Константин Толкачев: «Һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау дәүләт һәм йәмғиәт бурысы булып тора»

Людмила Терновая
— Владимир Путин үҙенең мәҡәләһендә милли мәсьәләне фундаменталь тип атап, уның әһәмиәтен дөрөҫ билдәләне, - тип комментарий бирҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Независимая газета» баҫмаһында донъя күргән «Владимир Путин. Рәсәй: милли мәсьәлә» мәҡәләһенә. – Башҡортостан күп милләтлелек коэффициенты буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора, бында төрлө конфессияларға һәм социаль төркөмдәргә ҡараған 130-ҙан ашыу милләт йәшәй.
Төбәктәге милли күп төрлөлөк баһалап бөткөһөҙ хазина булып ҡабул ителә.
— Бындай ҡараш республикала дәүләт милли сәйәсәте нигеҙе булып тора һәм төп закондар сығарыу акттарын ҡабул иткәндә иҫәпкә алына, - тип иҫәпләй Константин Толкачев. – Төбәктә республика халҡтарының үҙ телдәрен һәм мәҙәниәтен ирекле үҫтереүгә конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу механизмдарын булдырған закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар етерлек. Дәүләт телдәре, мәҙәниәт, мәғариф, милли-мәҙәни берләшмәләр, музейҙар, ижади союздар, китапханалар эшмәкәрлеге тураһындағы республика закондары улар иҫәбендә.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе фекеренсә, Башҡортостандың халыҡ мәғарифында дөйөм Рәсәй кимәлендәге ҙур ҡаҙаныштар бар. Республика мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә. Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында ҡайһы бер этностар өсөн туған тел уҡытыусылары әҙерләнә. Халыҡтар мәҙәниәтен үҫтереүҙә лә уңыштар етерлек.
— Башҡортостан бөгөнгө демократик Рәсәйҙә терәк булыусы төбәктәрҙең береһе булып ҡала, шул иҫәптән федератив дәүләт булдырыу процестарында ла ул таяныс булып тора, - тип билдәләне Константин Толкачев. – Бында дөйөм дәүләт һәм төбәк мәнфәғәттәрен яраштарыуға, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһөн күрһәтеүгә һәм, һөҙөмтә булараҡ, сәйәси тотороҡлоҡҡа һәм иҡтисади үҫешкә өлгәшелде. Республикала милли мәҙәниәттәрҙе һәм күп халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙә тейешле алтын урталыҡ табылды.
Уның һүҙҙәренсә, һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау дәүләттең һәм йәмғиәттең мөһим бурысы булып тора.
— Башҡортостан үҙенең уникаль ҡаҙанышын – халыҡтар берлеген, уларҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән дуҫлығын һәм татыулығын даими рәүештә үҫтерә, - тине республика парламенты спикеры. – Уны һаҡлап ҡалыу – дәүләттең һәм йәмғиәттең мөһим бурысы.
— Ысын федерализмдың төп асылы – ул, тәү сиратта, үҙәк власть менән төбәктәр, һүп һанлы һәм аҙ һанлы халыҡтар, шулай уҡ төбәктәр менән республикалар араһындағы компромистар мәҙәниәте. Был, халыҡтарҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, дәүләтте горизонталь ғына түгел, вериткаль йәһәттән дә төҙөү. Әлеге хеҙмәттәшлектә гармонияға ирешелһә, һөҙөмтәлә дәүләт һәр яҡлап та нығытыласаҡ, - тип иҫәпләй Константин Толкачев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика