11:28 (UTC+5), 23 Января 2012

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булып ҡайтты

21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булып ҡайтты.
Республика башлығы Төньяҡ Үләнде күлендә төҙөлгән ял йортон ҡараны. Инвестор проектҡа 230 млн. һум аҡса һалған. Дөйөм майҙаны 19 мең квадрат метрлыҡ участкала ҡунаҡханалар, пляждар, теннис корты һәм ҡышын да, йәйен дә файҙаланып буласаҡ һырғалаҡ урынлашасаҡ. Объект 2013 йылдың май айында сафҡа индерелергә тейеш, дөйөм капитал һалыуҙар күләме 700 млн һум тәшкил итәсәк, уның базаһында 100 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Геологоразведка ауылында Рөстәм Хәмитов 50 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөүгә средстволар бер тигеҙ күләмдә республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленгән.
Таштимер ауылында Башҡортостан Президенты мебель етештереү буйынса бәләкәй предприятиены ҡараны. Бында беседкалар, мебель һәм биҙәү элементтары эшләнә. Республика башлығы эшҡыуарҙар менән әңгәмәләште һәм тауарҙың ҡайҙа һатылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бизнесмендар әйтеүенсә, ағас изделиелар етештереүҙән алынған килем йылына 3 млн һумға еткән. Предприятие яҡын арала пенобетон һәм шлакоблоктар етештереүҙе көйләргә планлаштыра.
Ошо уҡ ауылда Рөстәм Хәмитов кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештерелеүсе фермала булды. Бында йылына 10 тоннаға тиклем ҡымыҙ етештерелә.
Тупаҡ ауылында төбәк башлығы урындағы авария хәлендәге мәктәпте тикшерҙе. 1969 йылда төҙөлгән мәғариф учреждениеһы 80 урынға иҫәпләнгән, әлеге мәлдә иһә бында 108 бала уҡый. Кластар етешмәүе арҡаһында балалар ике сменала уҡырға мәжбүр. Педагогтар әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа уҡыусылар тағы ла артасаҡ. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, ике йылдан һуң мәктәпкә 130 бала йөрөйәсәк.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика