06:05 (UTC+5), 23 Ғинуар 2012

Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһында булды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет ҡалаһында булды. Республика башлығы «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә комплекстың инфраструктураһы менән танышты.
Бында биш тау саңғыһы трассаһы бар. Ҡунаҡхана бинаһы әле төҙөлөп бөтмәгән. Тау саңғыһы үҙәге нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубы» дәүләт автономиялы учреждениеһы филиалы эшләп килһә лә, комплекс тау саңғыһы спортының һәм ҡышҡы туризмдың заманса үҫеш кимәленә тап килмәй.
Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы үҙәген үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда спорт комплексын тергеҙеү һәм 2015 йылға уны заманса стандарттарға тап килтереү кәрәклеге билдәләнде.
— Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы спортының элекке даны юғалды, - тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙә спорт һәм туристик йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Республика уңайлы тәбиғәт шарттарына эйә, беҙҙә тау саңғыһы спортының үҫеш тарихы, йолалары бар. Белоретта заманса тау саңғыһы үҙәге булдырылһа, ҡаланың инфраструктураһы үҫешәсәк, яңы ҡунаҡханалар төҙөләсәк.
Республика Президенты комплекстың инфраструктураһын үҫтереү өсөн шәхси капитал йәлеп итеү кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте. Шул уҡ ваҡытта республика трассаларға яһалма ҡар түшәү, уларҙы яҡтыртыу һәм яңы креслолы аҫылмалы юл төҙөү буйынса эштәрҙе үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Ултырыш барышында Белоретта һәм Стәрлетамаҡта тау саңғыһы үҙәктәрен тергеҙеүҙең берҙәм заказсыһы функцияларын үҙ өҫтөнә аласаҡ структура булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был эш 2012 йыл дауамында йәйелдереләсәк.
Шул уҡ көндә Белореттың 400 шәхси йорт төҙөлөп ятҡан яңы биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов 220 урынға иҫәпләнгән бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты.
Республика Президенты ҡалала нисә баланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөмәүе тураһында ҡыҙыҡһынды. Урындағы власть органдары вәкилдәре асыҡлауынса, Белорет районында – 1600, ә Белореттың үҙендә 800-гә яҡын сабый балалар баҡсаларына сиратта тора. Ағымдағы йылда был һәм шундай уҡ тағы бер балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү мәсьәләһен икеләтә кәметәсәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ балалар баҡсаһына табан һуҙылған юлдарҙың ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булмауын билдәләне. Етәкселәр һүҙҙәренсә, биҫтәне төҙөкләндереү ағымдағы йылдың яҙына планлаштырыла.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика