09:19 (UTC+5), 19 Января 2012

Муниципаль һайлауҙарҙа Башҡортостанда 721 мандатҡа 1920 кандидат дәғүә итәсәк

Марина Шумилова
Башҡортостанда алдағы муниципаль һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. БР Һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1920 кандидат теркәлгән. Шуларҙың 697-һе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр, ҡалғандары сәйәси фирҡәләр менән тәҡдим ителгән. Муниципаль һайлауҙарҙа бөтә парламент партиялары ла ҡатнашырға йыйына. Депутат мандаттарына «Берҙәм Рәсәй»ҙән – 728, коммунистар партияһынан – 193, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — 172, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһынан 130 кандидат дәғүә итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 4 мартында Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары менән бергә муниципаль һайлауҙар үтәсәк. Республиканың һигеҙ ҡала округында – Өфөлә, Ағиҙелдә, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡта урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары – ҡала Советтарына һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда 192 мандат алмаштырыласаҡ. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә ҡала Советына өҫтәмә һайлауҙар (бер һайлау округы буйынса) үтергә тейеш. Ағиҙел һәм Межгорье ҡалаларынан тыш, ете ҡала Советына депутаттар һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш система (мажоритар һәм пропорциональ) буйынса ойоштороласаҡ. Ошо уҡ көндө туғыҙ ҡала биләмәһе Советына (165 бер мандатлы округ буйынса) һәм 30 ауыл биләмәһе Советына (294 округ буйынса) һайлауҙар үтәсәк. 60 округ буйынса ауыл биләмәләре Советына – өҫтәмә, ете округ буйынса ҡабаттан һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда муниципаль һайлауҙарҙа 721 депутат мандаты таратыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика