16:35 (UTC+5), 18 Января 2012

Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың Өфө мэры итеп һайланыуын хупланы

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланыуын хупланы.
Президент һүҙҙәренсә, ҡала башлығын һайлау процедураһын ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ул тауыш биреү барышына нисек тә йоғонто яһау түгел, ә был процедураның нисек үтеүен күреү һәм аңлау өсөн сарала ҡатнашырға рөхсәт һораған.
— Властың алмашыныуы – һәр саҡ мөһим ваҡиға. Был сәйәси, иҡтисади, социаль тормоштағы яуаплы күренеш, - тине Рөстәм Хәмитов.
Ул үҙенең дә күптән түгел был һынау аша үтеүен иҫкә төшөрҙө - уның Башҡортостан Президенты вазифаһында эшләй башлауына йыл ярым тулды. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, Ирек Ялаловҡа үҙенең булдыҡлылығын иҫбатларға, депутаттар корпусына һәм ҡала халҡына таянып эшләй алыуын күрһәтергә кәрәк буласаҡ әле.
Рөстәм Хәмитов ҡала Советы депутаттарына Өфөлә власть кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуймауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның фекеренсә, ҡала башлығы вазифаһына әҙерлекле кеше тәғәйенләнгән.
Республика Президенты, Ирек Ялаловтың ҡала мэры итеп һайланыуы – власть алмашыныуы ғына түгел, ә ниндәйҙер кимәлдә күсәгилешлелек тә, тип билдәләне. Ирек Ялалов – ҡала башлығының беренсе урынбаҫары, бынан һуң йыл дауамында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләне. Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың был вазифаһындағы эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын билдәләне. Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек, ремонт эштәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса дөйөм алғанда алдынғылар рәтендә булған, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырылған.
— Ҡала мэры вазифаһында ышаныслы, көслө, хужалыҡсыл, ҡала хужалығы менән идара итә алырлыҡ, ҡала халҡы, ҡала округы депутаттары, предприятие етәкселәре менән яҡшы мөнәсәбәт булдырырға әҙер етәксене күрергә теләгәйнем. Был эш өсөн, әлбиттә, әҙерлекле, тормош һәм кәрәкле эш тәжрибәһе булған кеше кәрәк ине, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика