12:52 (UTC+5), 18 Января 2012

Рөстәм Хәмитов Өфөлә хеҙмәт хаҡы һәм эшһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итте

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Өфө халҡының хеҙмәт хаҡы кимәлен арттырыуҙы һәм эшһеҙлекте кәметеүҙе Өфө ҡалаһының яңы башлығы Ирек Ялалов алдында торған төп бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Был проблемаларҙы ул Өфөнөң ҡала Советы ултырышында билдәләне.
Рөстәм Хәмитов Екатеринбург ҡалаһын миҫалға килтерҙе. Унда уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле 28 мең һум тәшкил итә. Өфөлә иһә - ни бары 24 мең.
— Был дүрт мең – күрше ҡалалар өсөн ярайһы уҡ ҙур айырма, - тип иҫәпләй республика Президенты. – Шул уҡ ваҡытта 24 меңдең дә күп кенә өфөлөләр өсөн барып етмәҫлек кимәл булыуын аңлайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов Өфөнөң, Мәскәү менән Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, илдең миллионлы ҡалалары араһында сәнәғәт производствоһы лидеры булыуын иҫкә төшөрҙө. Ә Өфөлә табышһыҙ урта һәм ҙур предприятиеларҙың сағыштырма ауырлығы Рәсәйҙә иң түбәне.
— Тимәк, беҙҙең предприятиелар яҡшы эшләй, - тине Башҡортостан Президенты. - Ни өсөн һуң хеҙмәт хаҡын түләмәйҙәр? Ни өсөн уны арттырмайҙар? Быны хәл итергә кәрәк.
Хеҙмәт хаҡының тейешле кимәлдә булмауы менән бер рәттән ҡалала эш урындары етмәү проблемаһы ла киҫкен тора. Уны ла хәл итеү зарур, сөнки эшһеҙлек халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, һәм был ғәҙел күренеш.
Рөстәм Хәмитов, өфөлөләрҙең үҙҙәре өсөн эш урындары етмәү проблемаһынан тыш, баш ҡаланың бөтә республиканан кешеләрҙе тартып тороусы магнит булыуына иғтибарын йүнәлтте. Һөҙөмтәлә хеҙмәт баҙарында конкуренция арта. Йыш ҡына кешеләр профессиональ сифаттар түгел, ә яҡташлыҡ принцибы буйынса эшкә алына.
— Ә өфөлөләргә ҡайҙа барырға? – тигән һорау бирҙе республика Президенты. – Был проблемалар хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика