Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2012, 17:31

Леонид Рошаль Өфөлә Башҡортостандың медиктар активы менән осрашты

«Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙгәртеп ҡороуҙа граждандар йәмғиәтенең роле» —Милли медицина палатаһы президенты, Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Леонид Рошаль Башҡортостандың медицина активы менән осрашыуының төп темаһын шулай тип билдәләне. Ул республикаға Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса үҙәк халыҡ штабының мобиль төркөмө ағзаһы булараҡ килгән. Өфөләге Конгресс-холда үткән осрашыуҙа Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Дорофеев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов, БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Әнүәр Бакиров ҡатнашты.
Доктор Рошаль республиканың медицина йәмәғәтселегенә Милли медицина палатаһы ҡатнашлығында әҙерләнгән «Сәләмәт милләт» программаһын тәҡдим итте. Был программа – Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путиндың һайлау алды программаһын формалаштырыуға нигеҙ итеп алынған Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Халыҡ башланғыстары программаһының бер өлөшө. Бөтә Рәсәй халҡынан йыйылған уй-фекерҙәр Халыҡ башланғыстары программаһының нигеҙен тәшкил итә.
Леонид Рошаль үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы – 2000-се йылдар башындағы һәм хәҙерге этаптағы хәлдәрҙе анализлап, йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәләге реаль ҡаҙаныштарын билдәләне. Төп проблемаларҙы һәм уларҙы нисек хәл итеү юлдарын билдәләп, ул Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең хәҙерге торошона айырым иғтибар биреүҙәрен һораны. Леонид Рошалдең фекеренсә, медиктар берләшмәһе менән биш йыл элек әүҙем тикшерелгән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү концепцияһының һаман ҡабул ителмәүе ватан медицинаһының йылдам үҫешеүенә етди кәртә булған. Шуға күрә Дәүләт Думаһы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы закондарҙы ҡабул итеүе, ҡағиҙә булараҡ, медицинаның практик ихтыяждарына яуап биреүсе бихисап төҙәтмәләр менән оҙатылып килә. Һәм бында граждандар йәмғиәте институттары, медицина хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәт берекмәләре ҙур роль уйнай. Быйыл көсөнә ингән «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль закон менән дә шулай килеп сыҡҡан. Доктор Рошалдең әйтеүенсә, табиптар берлегенең ныҡышмалылығы арҡаһында уға 109 төҙәтмә индерелгән.
Асыҡ диалог форматында үткән осрашыуҙа медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарынан, эш хаҡынан һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙамдан башлап һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге вәкәләттәрҙе муниципаль берәмектәргә тапшырыу, профилактик медицинаны үҫтереү, предприятиеларҙа һаулыҡ һаҡлауға тиклем Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙгәртеп ҡороуҙың төрлө аспекттары тикшерелде. Леонид Рошалдең үтенесе буйынса бөтә һорауҙар ҙа теркәлеп, артабан тикшереү өсөн уға тапшырылды. Уның әйтеүенсә, властарҙың иғтибарын яҡын арала тап ошо мәсьәләләргә йүнәлтергә кәрәк буласаҡ.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: