09:38 (UTC+5), 17 Января 2012

26 ғинуарҙа Башҡортостан парламентының пленар ултырышы үтәсәк

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 47-се ултырышы киләһе кесаҙна, 26 ғинуарҙа, үтәсәк. Был туралағы ҡарар бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ҡабул ителде.
Депутаттар 25-ләгән закон проектын ҡарарға планлаштыра. Уларҙың күбеһе федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйләнгән. Унлаған закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә. «Норматив хоҡуҡи акттар тураһында»ғы Башҡортостан Рреспубликаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Йәнлектәр донъяһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ерләү һәм ерләү эштәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары ла — улар иҫәбендә.
Ундан ашыу республика законы проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Мәҫәлән, закон сығарыусылар Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына, шулай уҡ етемдәр уға ярашлы бушлай юридик ярҙам аласаҡ республика законына төҙәтмәләр индерәсәк.
Республика парламентының пленар ултырышының көн тәртибенә БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар проекты ла индерелгән. Республика парламентының был ҡарар проекты Йәштәр палатаһы ағзаларының йәш цензына ҡағыла. 16-35 йәштәгеләр араһынан һайланыусы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары хәҙер, 35 йәше тулһа ла, саҡырылыш ваҡыты тамамланғанға тиклем Палата составынан сығарылмаясаҡ.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында йәнә «2011 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо тураһында» тип аталған доклад тыңлау планлаштырыла. Бынан тыш, депутаттарға төбәктәге дүрт суд участкаларының мировой судьяларын һайларға тура киләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика