09:37 (UTC+5), 13 Января 2012

Башҡортостанда закон сығарыусылар яҙғы сессияға өҫтөнлөктәр билдәләне

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев яҙғы сессияға депутаттар корпусы эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Республика парламентарийҙарының закондар сығарыу эшмәкәрлеге нигеҙенә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» мөрәжәғәтнамәһе ятасаҡ.
— Беҙ республика Президенты ҡуйған бурыстарҙы хоҡуҡи «сиктәргә» ҡуйырға тейешбеҙ, - тип хәбәр итте Константин Толкачев. – Ошоға ярашлы, беҙгә «Башҡортостан Республикаһы закондарын киң йәмәғәтселеккә еткереү тураһында»ғы закон проекты өҫтөндәге эштәрҙе тиҙләтергә, «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы тураһында»ғы законға, коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек өлкәһендәге бер нисә закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк. «Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы закон проектын әҙерләү ҙә йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булмаҡсы. Шулай уҡ муниципаль хеҙмәткә һәм урындағы уҙидараға ҡағылышлы закондарға ла үҙгәрештәр индереү зарур.
Республика парламенты спикеры, бөгөн илдә Рәсәй дәүләте башлығы Дмитрий Медведевтың федераль власть органдарында булған ҡайһы бер хоҡуҡтарҙы төбәк һәм муниципалитеттарға бүлеп биреү буйынса инициативаһы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.
— Рәсәй Президенты хоҡуҡтарҙы оптималләштереү буйынса кәрәкле ҡарарҙар ҡабул иткәндән һуң, беҙгә күп кенә республика закондарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк буласаҡ, - тине Константин Толкачев. – Быларҙың барыһы ла һөҙөмтәлә төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика