12:16 (UTC+5), 12 Января 2012

Республика парламентарийҙары машиналар парковкалауҙы тейешенсә ойоштормаған өсөн ҡатыраҡ яза бирергә уйлай

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты ағзалары бөгөнгө ултырышта Башҡортостандың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексына төҙәтмәләр тураһында һөйләште.
Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән һәм автомобиль транспорты туҡталыштарын һәм дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа туҡталыштарҙы ойоштороуға ҡағыла.
Закон сығарыусылар муниципалитеттарға һәм төбәк юл хужалығы идаралығына парковкалар, парковкалау урындары, шулай уҡ туҡталыу пункттары автомобиль хәрәкәтенә ҡамасауламаһын өсөн, уларҙы ҡайтанан рәткә һалыу буйынса бурыстар йөкмәтергә уйлай.
Дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа машиналарҙы парковкалау тәртибен боҙған һәм парковкаларҙы дөрөҫ ҡулланмаған өсөн граждандарға – 500 һумдан 2 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - 7-15 мең һум, юридик шәхестәргә 20-50 мең һум күләмдә административ штраф һалына.
Шулай уҡ туҡталыу пункттарын ойоштороу тәртибен боҙған өсөн дә яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә. Был осраҡта вазифалы кешеләргә - 2-5 мең һум, юридик шәхестәргә 10-15 мең һум түләргә тура киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика