11:00 (UTC+5), 11 Января 2012

Рөстәм Хәмитов төбәк власы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

10 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин етәкселегендәге видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреү тураһында һүҙ барҙы.
— Йыш ҡына отчеттар үтә матур төҙөлә, ә граждандар төбәк етәкселегенең эш һөҙөмтәләрен бик түбән баһалай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Ҡағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙең граждандарҙың был ялған ҡаҙаныштарға ҡарата мөнәсәбәтенә тура килмәүе баһаларҙың дөрөҫлөгө хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Эш һөҙөмтәләре, теге йәки был төбәк командаһының иҡтисади һөҙөмтәлелеге туранан тура граждандар тормошоноң кимәлендә сағылырға тейеш.
Әлеге ваҡытта РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы, РФ Финанстар министрлығы, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре составындағы эш төркөмө төбәк власы эшмәкәрлегенә комплекслы баһа биреүҙең яңы критерийҙарын әҙерләй, тип билдәләнде кәңәшмә барышында.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика