Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Ғинуар 2012, 10:37

Раил Әсәҙуллин Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты координаторы итеп һайланды

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары Раил Әсәҙуллин Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты координаторы итеп һайланды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Раил Әсәҙуллин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советының сираттағы ултырышында тәҡдим ителде. Яңы вазифала ул алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған Александр Дегтяревты алмаштырҙы.
Раил Әсәҙуллин Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен дә етәкләне. Быға тиклем уға шулай уҡ Александр Дегтярев етәкселек итте.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: