Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Ғинуар 2012, 11:04
Өфөлә йәшәүсе ҡатын Владимир Путиндан фатир алды
Өфөлә йәшәүсе Зоя Бәхтийәрова торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мәсьәләһен Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итеп хәл иткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡатындың мөрәжәғәтенә яуап итеп тейешле күрһәтмәләр биргән. Асыҡланыуынса, өфөлө торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта күптән торған. Әммә бюрократик ҡаршылыҡтар сәбәпле мәсьәләне хәл итеү һәр саҡ кисектерелгән, һәм ауырыу ҡатынға улы менән иҫке бер йортта йәшәргә тура килгән. Мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа төрлө сараларын күрмәгәс, ул Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итергә булған.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
владимир путин
берҙәм рәсәй
Читайте нас