05:39 (UTC+5), 28 Декабря 2011

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың тәүге ултырышын үткәрҙе

Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков
27 декабрҙә Өфөлә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү тураһындағы Указды үтәү йомғаҡтары һәм Республика дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты тикшерелде. Совет составына дәүләт власы органдары, фәнни берләшмә, дини конфессиялар вәкилдәре, милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре инә. Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләһе Башҡортостан Республикаһында көнүҙәк түгел, күп быуаттар дауамында Башҡортостан ерендә дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов, ултырышты асып. - Әммә йылдың бындай исеме менән беҙҙә был мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем яҡшы, матур булыуына иғтибарҙы йүнәлтергә теләнек. Конфликттарҙың булмауы бөтә ил өсөн өлгө булып тора. Бындай тәжрибәбеҙ мөһим, уны Рәсәйҙә лә, күрше илдәрҙә лә күрәләр. Беҙгә киләләр, ҡарайҙар, өйрәнәләр. Быйыл күп саралар үткәрҙек: конференциялар, форумдар, кәңәшмәләр, төрлө байрамдар, осрашыуҙар. Уларҙың барыһы ла яҡшы кимәлдә үтте.
Республика башлығы 2011 йыл – Башҡортостан Республикаһында милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы – дауамында башҡарылғандарҙа ғына эштең туҡтамауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышында киләсәккә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн дөйөм алымдар әҙерләнде.
Башҡортостан Республикаһында милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы йомғаҡтары тураһындағы доклад менән ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов сығыш яһаны. Республикала тәүгә булдырылған Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проектын Советҡа Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Бәхтизин тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар Республика дәүләт милли сәйәсәте концепцияһын тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты һәм уны аҙағынаса әҙерләргә, Концепция проектын киң мәғлүмәт сараларында баҫтырырға, тигән ҡарарға килде. Бынан һуң Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Совет был документты ҡабул итәсәк. Советтың бындай ултырыштары даими рәүештә, яҡынса кварталға бер тапҡыр үткәрелеп торасаҡ.
— Советтың булдырылыуы бик яҡшы, - тип ултырышҡа йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов. – Беҙ донъяла булған иң ҡатмарлы мәсьәләне тикшерәбеҙ. Минеңсә, милләт-ара татыулыҡ – ул ҡиммәтле һауыт, унан бер тамсы ла ситкә түгелергә тейеш түгел. Шуға күрә был мәсьәләләрҙе бөгөнгө кеүек, дуҫтарса мөхиттә, тикшерәсәкбеҙ, әммә был бәхәсте лә, киҫкен сығыштарҙы ла, тәҡдимдәр индереү кәрәклеген дә инҡар итмәй.
Республика Президенты Совет ағзаларына был өлкәлә уңыштар теләне.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика