19:12 (UTC+5), 27 Декабря 2011

Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен Раил Әсәҙуллин етәкләне

Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәрен шишәмбе, 27 декабрҙә, яңы етәксе менән таныштырҙылар. Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған Александр Дегтярев урынына был вазифаны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин биләне, тип хәбәр итә ER.RU.
«Партия рәйесенең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе вазифаһына Раил Әсәҙуллин кандидатураһын төбәк сәйәси совет Президиумының барлыҡ ағзалары бер тауыштан хупланы. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, профессор – ул Башҡортостан граждандарының проблемалары хаҡында ишетеп кенә белмәй. Уның етәкселеге аҫтында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе төбәк халҡы менән артабан да һөҙөмтәле эш алып барыр, тип ышанам», - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, республика парламенты депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
«Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә төрлө мәсьәлә һәм һорауҙар менән бөтә республиканан кешеләр мөрәжәғәт итә. Һәм һорауҙарҙың күпселеге ыңғай хәл ителә. Артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Хәҙер ҡаҙанған уңыштарҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы арттырыу мөһим. Яңы йылда Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттарынан ярҙам ала аласаҡ, улар өсөн бушлай юридик консультациялар дауам итәсәк. Беҙ тәү сиратта халыҡ өсөн эшләйбеҙ, һәм был хаҡта берәү ҙә оноторға тейеш түгел», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Әсәҙуллин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика