09:38 (UTC+5), 27 Декабрь 2011

Башҡортостан парламентарийҙары 2012 йылға республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу планын раҫланы

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте, унда республика Президентының «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы закондар менән тәьмин итеү буйынса һәм 2012 йылдың яҙғы сессияһына Башҡортостан закондарының үтәлешенә контроллек итеү буйынса саралар планы тикшерелде. Унда Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Рафаил Зиннуров, Лилиә Ғүмәрова һәм республика парламентының комитет етәкселәре ҡатнашты.
Ултырышта ҡатнашыусылар Мөрәжәғәтнамәлә әйтеп үтелгән республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаларын тикшерҙе. Улар иҫәбендә - ауыл биләмәләренең үҙҙәренең килем сығанаҡтарын булдырыу, уларға ҡайһы бер хоҡуҡтар биреү, власть кимәлдәре араһында һалымдарҙы бүлеү, ипотека кредитының һөҙөмтәлелеген арттырыу, малсылыҡ комплексын яңыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәштәр араһында эшһеҙлек, өлкән кешеләр өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу тураһындағы инициативалар. Мөрәжәғәтнамәнең һәр йүнәлеше буйынса саралар һәм норматив хоҡуҡи акттар проекттары әҙерләнде.
Бынан тыш, ултырыш барышында 2012 йылдың яҙғы сессияһына республика закондарының үтәлешенә контроллек итеү буйынса саралар планы раҫланды.
— Беҙ закондар сығарыу эшен үткәреү буйынса план ҡабул иттек, республика башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлештәре буйынса закондар ҡабул ителәсәк, был закондар ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләү тәжрибәһенә инһен өсөн тейешле саралар әҙерләнәсәк, - тине «Башинформ» агентлығына Константин Толкачев. – Дәүләт Йыйылышы мөмкинлектәрен әүҙем ҡуланасаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың нисек эшләүе мөһим, тарифтар билдәләү мәсьәләһенә лә әйләнеп ҡайтырға кәрәк һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшереү зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика