09:38 (UTC+5), 26 Декабря 2011

Рөстәм Ишмөхәмәтов: «Сәйәси партиялар араһында конкуренция артасаҡ»

«Башинформ»
Буласаҡ һайлау алдынан сәйәси партиялар араһында конкуренция артырға тейеш, тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
— «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе өсөн сәйәси системаны артабан үҙгәртеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора, - тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов, Президент Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий биреп. – Был партиялар эшмәкәрлегенең тағы ла асығыраҡ булыуы хаҡында һөйләй. Мартта буласаҡ ил башлығын һайлау, республиканың ҡала округтары һәм райондары Советтары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау тағы ла асығыраҡ булыр, тип уйлайым. Сәйәси партиялар өсөн теркәлеү йәһәтенән эште еңеләйтеү, ҡултамғалар йыйыуҙы кәметеү – был яңылыҡтар граждандар йәмғиәтен төҙөүҙә яңы этапҡа булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был беҙгә тағы ла яҡшыраҡ эшләр өсөн этәргес көс буласаҡ, сөнки Президенттың мөрәжәғәте сәйәси партиялар араһында конкуренцияның артыуына килтерә. Әлеге партия конференцияһында беҙ бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа еңеүгә өлгәшеү маҡсатын ҡуйҙыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика