05:05 (UTC+5), 23 Декабря 2011

Дмитрий Медведев: «Күп милләтле донъя – Рәсәйҙең уникаль өҫтөнлөгө»

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, күп милләтле ил үҙенсәлектәре тураһында һүҙ йөрөтөп, милләт-ара һәм конфессия-ара конфликттар хәүефлелеген билдәләне.
— Рәсәйҙә 180-дән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй, - тине Дмитрий Медведев. – Күп милләтле донъя – Рәсәйҙең уникаль өҫтөнлөгө.
Ил башлығы милләт-ара һәм дини-ара ыҙғышҡа ҡаршы тороу кәрәклеген билдәләне.
— Милләтселек – ул милләттең көсһөҙлөк күрһәтеүе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. - Әммә әлегә тиклем, айырыуса ҙур ҡалаларҙа, халыҡ-ара һәм эске миграция етди көсөргәнешлек тыуҙыра. Был йыш ҡына милләт-ара ыҙғыштарға һәм конфликттарға килтерә. Күләмле эске миграцияны, шулай уҡ илдең айырым төбәктәрендә тышҡы миграцияның тупланыуын булдырған иҡтисади нигеҙҙе бөтөрөргә кәрәк. Депрессив, күп халыҡлы территорияларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Бынан тыш, балаларға мәҙәни һәм әхлаҡи тәрбиә биреүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, уларҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, толерантлыҡ тойғоларын тәрбиәләү зарур. Был илебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк. Әлбиттә, экстремизмдың бөтә күренештәре, милләт-ара ыҙғышҡа йүнәлтелгән енәйәттәр менән эҙмә-эҙлекле һәм компромисһыҙ көрәшергә кәрәк. Бындай эш – ул даими өҫтөнлөк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика