Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Декабрь 2011, 10:53
Башҡортостандан ике депутат Дәүләт Думаһының профилле комитеттарына етәксе итеп тәғәйенләнде
Мәскәүҙә алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһының беренсе пленар ултырышы үтте.
Парламенттың ике комитетына Башҡортостандан һайланған депутаттар етәксе итеп тәғәйенләнде. Павел Крашенинников – Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитетҡа, ә Александр Дегтярев Мәғариф буйынса комитетҡа етәкселек итәсәк.
Дәүләт Думаһы рәйесе итеп Сергей Нарышкин тәғәйенләнде.
Бынан тыш, депутаттар комитеттар һанын, шулай уҡ уларҙың составын билдәләне. Яңы саҡырылышта 29 комитет эшләйәсәк, быға тиклем улар 32 ине.
Ултырышта билдәләнеүенсә, комитеттарҙың тәҡдим ителгән составы тулыһынса раҫланмаған, яҡын арала уларға төҙәтмәләрҙең индерелеүе ихтимал.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
депутаттар
дәүләт думаһы
Читайте нас