08:54 (UTC+5), 22 Декабрь 2011

2011 йылдағы һайлауҙы яҡтыртыу конкурсында 46 киң мәғлүмәт сараһы ҡатнашҡан

Мәүлиҙә Яҡупова
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларынан һәм республика журналистарының ижади берекмәһе вәкилдәренән торған БР Үҙәк һайлау комиссияһының конкурс комиссияһы 2011 йылда Башҡортостанда һайлау кампанияларын әҙерләү һәм уны үткәреүҙе яҡтыртҡан журналистар эштәре һәм автор материалдары конкурсына йомғаҡ яһаны.
Конкурсҡа 46 матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт сараларынан материалдар тәҡдим ителгәйне. Бәйгелә республика, ҡала һәм район гәзиттәре, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан» теерадиокомпанияһы һәм муниципаль студиялар редакциялары һәм журналистары ҡатнашты.
Тапшырылған эштәрҙе ентекле тикшергәндән һуң комиссия ағзалары призлы урындар биреү өсөн иң яҡшы редакцияларҙы атаны. Киләһе аҙнала конкурс комиссияһының ҡарары БР Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында раҫланғандан һуң, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәреләсәк. Иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы материал өсөн айырым журналистар махсус премия менән бүләкләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика