06:19 (UTC+5), 20 Декабрь 2011

Рөстәм Хәмитов педагогтарға премия биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

"Башинформ"
19 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика олимпиадалары, конкурстары, фестивалдәренең һәм спорт ярыштарының еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән педагогик хеҙмәткәрҙәргә 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документҡа ярашлы, йыл һайынан билдәләнеүсе премияларҙы дөйөм һәм һөнәри белем биреү учреждениелары педагогтары, уҡытыусылары һәм тренерҙары, шулай уҡ балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары ала аласаҡ.
Педагогтарға премия лауреаттарҙың премияларының 100 проценты күләмендә билдәләнә һәм республика ҡаҙнаһынан финанслана. Премиялар бирелгән педагогтар исемлеге йыл һайын 15 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса БР Мәғариф министрлығы сайтында баҫылып сығасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты указына һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм мәғариф министрлығы бойороҡтарына ярашлы, йыл һайын Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәренә - 60-ар мең һум күләмендә, ә төбәк һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә, Рәсәй күләмендәге олимпиадалар призерҙарына 30-ар мең һум премия билдәләнә. Был аҡса федераль бюджеттан бүленә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика