10:29 (UTC+5), 15 Декабря 2011

«Граждандар көсө» Рөстәм Хәмитовҡа һайлау ваҡытында сит ил эксперттарына уңайлы шарттар булдырғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә «Граждандар көсө» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Валерий Ивановскийҙан хат килде. Ул 2011 йылдың 4 декабрендә үткән парламент һайлауҙарында халыҡ-ара эксперттарҙы, Европарламент депутаттарын йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Башҡарма власть һәм беҙҙең ойошма тарафынан булдырылған команданың уртаҡ тырышлығы һәм берҙәмлеге арҡаһында сит ил эксперттары өсөн Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләү, йәғни һайлау участкаларына барыу, һайлау комиссияһы рәйестәре менән осрашыу, һайлаусылар, йәмәғәтселек һәм журналистар менән аралашыу өсөн бөтә кәрәкле шарттар ҙа булдырылды», - тиелә хатта.
Валерий Ивановский республикала үткәрелгән һайлау кампанияһына юғары баһа бирҙе, кампания һәм дөйөм республика хаҡында ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа эшендә уңышлыҡтар теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика