Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2011, 15:07

Рөстәм Хәмитов Бангладеш делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Республика башлығы һөйләшеүҙәр барышында беҙҙе был илдән меңәр километр айырыуын билдәләне, әммә заман технологиялары был араны яҡынайтыу мөмкинлеге бирә, шуға күрә Башҡортостандың Бангладеш менән хеҙмәттәшлек итеүенең һөҙөмтәле булыуы ихтимал.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай хеҙмәттәшлектәге бер нисә төп йүнәлеште билдәләргә мөмкин. Беренсенән, белем биреү.
— Һеҙҙең илдән белгестәр әҙерләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә әҙербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙҙең республикала Бангладештан 10 студент уҡый. Һәм һеҙҙең илдән беҙҙең вуздарҙа уҡыясаҡ студенттар иҫәбен арттыра алабыҙ.
Эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн икенсе перспективалы йүнәлеш — ул ауыл хужалығы. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереү даими арта, уларҙың бер өлөшөн республика Бангладешҡа экспортҡа оҙата алыр ине. Бангладешта 130 миллиондан ашыу мосолман йәшәгәнгә күрә, был илгә беҙҙә ҙур күләмдә сығарылған хәләл продукцияһын ебәреү отошло буласаҡ.
— Беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәр үҫтерелергә тейеш, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Был эште башларға кәрәк, уның ике яҡҡа ла файҙалы булыуы ихтимал.
Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок Башҡортостан ерендә йылы ҡабул иткәндәре өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтен белдерҙе һәм көн элгәре Бангладеш делегацияһының республика Хөкүмәте менән Башҡортостандан иген поставкалау мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр үткәреүен билдәләне.
— Бөгөн беҙ был һөйләшеүҙәрҙе дауам итәсәкбеҙ, һәм улар һөҙөмтәле тамамланыр, тип ышанам, — тине Сайфул Хок.
Бангладеш Республикаһы Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра Рәсәй менән Бангладештың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тарихына әйләнеп ҡайтты. Ул Рәсәй халҡының 1971 йылда Бангладешты азат итеүҙә ҙур роль уйнағанын билдәләне. Барун Дев Митра йәнә Бангладештың Премьер-министры Шәйех Хасинаның Санкт-Петербургта Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин менән осрашыуы барышында Рәсәйҙән иген поставкалау мөмкинлеге тикшерелеүе хаҡында хәбәр итте. Шуға күрә был диалогтың Башҡортостанда дауам ителеүе бик урынлы буласаҡ.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: