11:20 (UTC+5), 13 Декабрь 2011

Бангладеш Рәсәйҙән ике миллион тонна иген һатып аласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Бангладеш Халыҡ Республикаһы Рәсәйҙән яҡынса ике миллион тонна иген һатып алырға уйлай. Ил төбәктәре араһынан төп тәьмин итеүсе тип Башҡортостан ҡарала. Был хаҡта Өфөлә журналистар менән аралашыу барышында Бангладеш Республикаһы Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра хәбәр итте.
Барун Дев Митра, илдең аграр өлкәһендә производство йылдан йыл үҫтерелеүгә ҡарамаҫтан, унда аҙыҡ-түлек етмәү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора, тип билдәләне.
— Беҙҙең илдә яҡынса 160 миллион кеше йәшәй, - тине ул. – 1970-се йылдарҙа беҙ 10 миллион тонна иген үҫтерә инек. Хәҙер йыллыҡ уңыш 33 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Әммә был да беҙгә әүәлгесә етмәй.
Барун Дев Митра билдәләүенсә, Бангладешҡа Рәсәйҙән иген поставкалау хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә ойоштороласаҡ. Тейешле килешеүгә Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин менән Бангладеш Премьер-министры Шейх Хасинаның осрашыуы барышында өлгәшелде.
— Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Рәсәйҙе, Башҡортостанды балыҡ, диңгеҙ продукттары, сәй, бал менән тәьмин итә алабыҙ, - тине Барун Дев Митра. – Һеҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн беҙҙә башҡа төрлө перспективалы өлкәләр ҙә бар. Беҙҙең делегация Башҡорт дәүләт аграр университетында булды, һәм вуздар араһында студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу ике яҡ өсөн дә отошло булыр ине. Дин өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәле буласаҡ, сөнки беҙҙә халыҡтың күпселек өлөшө Ислам динен тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика