03:37 (UTC+5), 08 Декабрь 2011

Рөстәм Хәмитов Шарджда ҡулға алынған күп балалы әсәне Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен шәхси контроленә алды

Ғәлиә Нәбиева
Шардж ҡалаһында (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) ҡулға алынған Гүзәл Иҙрисованы Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси контроленә алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Талбазы ҡасабаһында йәшәүсе Гүзәл Иҙрисова ноябрь башында туристик путевка буйынса Шарджға юллана. Долларҙы урындағы валютаға алмаштырыу пунктында уны, ялған аҡса һатыуҙа йәки индереүҙә ғәйепләп, ҡулға алалар.
Гүзәлдең туғандары әйтеүенсә, урындағы магазиндарҙа әйбер алыу өсөн ул долларҙарҙы урындағы валютаға алмаштырырға ниәтләй. Аҡсаны тикшергәс, кассир полиция саҡырта. Ҡатынды ялған аҡса менән эш иткәне өсөн ҡулға алалар. Уны ҡайҙан алыуын Гүзәл аңлата алмай. Әле ул отелдә йәшәй, әммә уны ташлап китә алмай.
Талбазыла әсәне биш балаһы көтә. Былтыр Гүзәлгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылғайны.
Был мәсьәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе контролдә тота. Башҡортостан Президентының ҡушыуы буйынса ғаиләгә психологик һәм социаль ярҙам күрһәтелә. Ғаиләһе аҡсаға мохтаж түгел, тип ғаилә башлығы матди ярҙамдан баш тартты.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең Дубайҙағы Генераль консуллығы вәкилдәре менән бәйләнешкә инде. Генераль консул эште ҡарауҙы тиҙләтеү юлламаһы менән Шардждың генераль прокуроры Маджад Аль-Омрани менән осрашты һәм Гүзәл Иҙрисованың эшен ҡарауҙы тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре Гүзәл Иҙрисова менән даими бәйләнештә һәм уға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтә, тип хәбәр иттеләр республика башлығының мабуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика