Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Декабрь 2011, 13:54
Өфөлә һайлауҙар тарихы буйынса күргәҙмә эшләй
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү сиктәрендә ойошторолған «Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһе Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
— Күргәҙмәлә Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында белем алыусылар булды. Теләгән һәр кем өсөн экскурсиялар ойошторабыҙ, - тине китапхана бүлеге мөдире Сажиҙә Бишева.
Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау тамамланыу айҡанлы күргәҙмә яңы экспонаттар менән тулыландырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күргәҙмә 12 декабргә тиклем эшләйәсәк.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
һайлауҙар
күргәҙмәләр
Читайте нас