10:26 (UTC+5), 02 Декабря 2011

Йәрмәкәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

Тимур Рәхмәтуллин | фото: Флорида Шакирова
Йәрмәкәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға мемориал асылды.
«Башинформ» агентлығына Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Флорида Шакирова хәбәр итеүенсә, район өс яҡташын (Илмир Исхаҡов, Рифҡәт Ноғоманов, Сергей Стариков) – Афғанстанда, ике яҡташын (Александр Шивкин, Зинур Низамов) Чечняла юғалтҡан. Районда халыҡ уларҙы һәр саҡ иҫкә алһын өсөн, ә үҫеп килеүсе быуын тыныс ваҡыттын ҡәҙерен белһен өсөн барыһын да эшләйҙәр.
Яҙ көнө, Бөйөк Еңеүгә 66 йыл тулғанда, яугир-интернационалистарҙың һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Йәрмәкәй ауылының Еңеү паркында мемориал төҙөргә ҡарар ителде. Шунда уҡ уның нигеҙ ташы һалынды.
Һәм бына ошо көндәрҙә мемориалды асыу тантанаһы үтте.
— Хәрби бурыстарын үтәп, беҙҙең егеттәр сит яҡта һәләк булды, - тине сарала ҡатнашыусы Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов. – Унда әлегә тиклем беҙҙең һалдаттарҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алалар, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлағаны өсөн яугирҙарға рәхмәтлеләр. Үҙебеҙҙән һуң Афғанстанда үткәргән 10 йыл эсендә төҙөлгән 150 объект ҡалдырҙыҡ, халыҡ әлегә тиклем уларҙың әүмәтен күрә. Әммә Рәсәй яугирҙары Афғанстан еренә башҡа бер ҙә аяҡ баҫмаясаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика