12:19 (UTC+5), 30 Ноября 2011

Республика аша «Европа – Көнбайыш Ҡытай» трассаһы үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Мөрәжәғәте менән сығыш яһап, Башҡортостан территорияһы аша үтәсәк яңы автомобиль трассаһы проекты хаҡында һөйләне.
—«Европа – Көнбайыш Ҡытай» трассаһының бер өлөшө республика аша үтһен өсөн Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығын ыңғайлата алдыҡ, - тип хәбәр итте Президент. – Проект тормошҡа ашырылғас, Бәләбәйҙән Күмертауға тиклем беҙҙә «1А» класлы яҡтыртылған заманса юғары тиҙлекле магистраль буласаҡ. 300 километр оҙонлоҡтағы Европа кимәлендәге юл беҙҙең республика аша үтәсәк.
Бынан тыш, ҡайһы бер федераль трассалар реконструкцияланасаҡ.
— Киләһе йылға Рәсәйҙең Транспорт министрлығы республика өсөн өс миллиард һум аҡса әҙерләгән, улар «М-5» һәм «М-7» трассаларын реконструкциялауға йүнәлтеләсәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент шулай уҡ ауылдарҙы асфальт түшәлгән юлдар ярҙамында ҙур магистралдәр менән тоташтырыу буйынса эште дауам итергә кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика