16:27 (UTC+5), 28 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов Өфөлә берҙәм рәсәйлеләр активы һәм ҡала халҡы менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» көнөн үткәреү сиктәрендә, Ҡала мәҙәниәт һарайында берҙәм рәсәйлеләр активы, ҡаланың почетлы граждандары, ветерандар, республика баш ҡалаһының йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.
Рөстәм Хәмитов һайлау алды осорон анализланы, алдағы һайлауҙарҙың һуңғы ун йыл эсендә иң ауыры булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһына һәм ил етәкселәренә тыйылған саралар ҡулланып, һөжүм итәләр, тип билдәләне республика башлығы. «Берҙәм Рәсәй» үҙенең хаҡлығын һәм көсөн иҫбат итергә тейеш. Рөстәм Хәмитов илдәге ун йыл элек булған хәлде бөгөнгө көн менән сағыштырып, ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.
Өфө өлгөһөндә Башҡортостан Президенты һуңғы бер йыл эсендә генә булған ыңғай үҙгәрештәрҙе күрһәтте. Быйыл Өфөлә ун балалар баҡсаһы сафҡа индерелә, был 1,5 меңдән ашыу урын. Юл хәрәкәтен көйләү мәсьәләһе хәл ителә, урамдар киңәйтелә. Торлаҡ төҙөү мәсьәләләре лә башҡаса хәл ителә. Быйыл баш ҡалала индустриаль ысул менән һалынған яҡынса 400 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереләсәк. Өфө табиптары һәм уҡытыусылары үҙ хеҙмәтенә ярашлы эш хаҡы ала башланы. Быйыл ҡалала 660 ихатаға ремонт эшләнде – быға 600 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде. Бөгөн Өфө Рәсәй Федерацияһында эш хаҡы кимәле, шулай уҡ төҙөкләндереү, инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу буйынса лидерҙар иҫәбендә, Рәсәйҙең иң матур ҡалаларының береһе булып тора.
Шулай уҡ төбәк башлығы быйыл дөйөм Рәсәй кимәлендәге саралар үткәрелеүе хаҡында һөйләне.
Тәү сиратта хәл ителергә тейеш мәсьәләләр араһынан Рөстәм Хәмитов эш хаҡын күтәреү, транспорт мәсьәләһен хәл итеү, яңы эш урындарын булдырыуҙы атап әйтте.
Республика Президенты 2021 йылда Бөтә донъя ҡышҡы уйындарына әҙерлек тураһында һөйләне, сарала һигеҙ меңгә тиклем кеше ҡатнашасаҡ.
— Бындай ярыштарҙы ҡабул итеү һәм үткәреү буйынса ҙур эштәр башҡараһы бар, - тип билдәләне төбәк башлығы.
Рөстәм Хәмитов, республикала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелде, әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек, тип билдәләне.
— Бындай мәсьәләләр күп, улар 15-20 йылға ла етерлек, - тине Президент. – Киләсәк быуын да яңы талаптар ҡуясаҡ, сөнки йәшәү сифаты яҡшыра. Әммә алға китеш булһын өсөн йәмғиәтте нығытыу, берләштереү фарыз.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика