11:21 (UTC+5), 28 Ноября 2011

Дмитрий Медведев Евразия союзын булдырырға тәҡдим итте

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Евразия союзын булдырырға тәҡдим итте, Рәсәйҙең яҡын күршеләрен был союз составына инергә саҡырҙы. Был идеяны ул «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы съезының икенсе этабында тәҡдим итте.
— Беҙ партнерҙарыбыҙ – Белоруссия һәм Ҡаҙағстан менән һөйләшеп, берләшеүгә йүнәлеш алдыҡ, - тине ул. – Күршеләребеҙ артабан да беҙгә ҡушылыр, тигән ышаныста ҡалам.
Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, бындай союз проекты союзға инәсәк дәүләттәрҙең тиң хоҡуҡлылығы, тарихи берҙәмлеге һәм иҡтисади тигеҙлеге нигеҙендә булдырыла.
— Яңы иҡтисади киңлек һәм яңы союз булдырыла, - тип билдәләне ул. – Беҙҙең тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн ҙур баҙарҙар булдырабыҙ. Бергә көслөрәк тә, байыраҡ та буласаҡбыҙ. Яңы союз геосәйәси йәһәттән үҙебеҙҙе көслө тойоу мөмкинлеген генә бирмәйәсәк, ул Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кешегә файҙаһын килтерәсәк.
Ил Президентының тәҡдимен Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин да хупланы. Евразия союзы проекты Евразия киңлеге илдәренең бөгөнгө иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тура килә һәм барыһы өсөн дә отошло буласаҡ, тип билдәләне ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика