06:52 (UTC+5), 25 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районында ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылында республиканың көньяҡ райондары - Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Хәйбулла, Учалы райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы осрашыу үткәрҙе. Республика башлығы, бындай осрашыуҙар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Кисә мин Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында булдым. Бындай форматта осрашыуҙар үткәреүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем. Күҙмә-күҙ осрашыу телефон, телевизор, интернет буйынса аралашыуға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент ауыл биләмәләренең халыҡ тормошонда ҙур роль уйнауын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.
— Һеҙ – властың нигеҙе, республикала, илдә эшләүсе барлыҡ власть структураларының таянысы булып тораһығыҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был нигеҙ ышаныслы, ныҡлы булырға тейеш. Бының өсөн финанс ресурстары, вәкәләттәр кәрәк, әлбиттә.
Президент Рәсәй Федерацияһы субъекттарына вәкәләттәр бүлеү өлкәһендә Федераль структуралар, үҙәк власть менән ҙур эш алып барылыуы хаҡында әйтте. Ул Рәсәйҙә власты үҙәкләштереү буйынса үткәрелгән эштең барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла сығымлы булыуын билдәләне.
— Шәмбе көнө был мәсьәлә буйынса Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән фекер алыштыҡ. Һәм ул хоҡуҡтарҙың күпселек өлөшөн Рәсәй субъекттарына тапшырыу кәрәклеген хупланы, - тине Рөстәм Хәмитов. – 2012 йылдың яҙында яңы Хөкүмәт формалаштырыла, бығаса әлеге мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләре етәкселәре менән осрашыу алдынан үткәрелгән граждандарҙы ҡабул итеү тураһында, шулай уҡ ауыл биләмәләрен финанстар менән тәьмин итеү өсөн күрелгән саралар хаҡында һөйләне.
— Быйыл был йүнәлештә тәүге аҙым яһап ҡараныҡ, - тине төбәк башлығы. – Һеҙ 100-шәр мең һум аҡса алдығыҙ. Беҙҙә 819 ауыл биләмәһе бар, көн үҙәгендә торған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уларға 81 миллион 900 мең һум аҡса бүленде.
Президент, киләһе йылда республика бюджетында бындай ярҙамды квартал һайын күрһәтеү ҡараласаҡ, тип белдерҙе. Ул бығаса ауыл советтарына бындай ярҙамдың күрһәтелмәүен билдәләне.
«2012 йылдан башлап ауылдарҙа төҙөкләндереү, тәртип булдырыу, халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр үткәреү» бурысын да ҡуйҙы республика башлығы.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләрендә инвесторҙарҙы йәлеп итеү эшен ойоштороу кәрәклеге хаҡында әйтте.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика