16:10 (UTC+5), 25 Ноября 2011

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтә

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышы башланды.
Быйыл күсмә ултырыш республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә - Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында үтә. Унда ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, дауалау-профилактика учреждениелары етәкселәре ҡатнаша. Ултырышта һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу, кадрҙар менән тәьмин итеү, халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар Мәсәғүт ауылында Дыуан районының Үҙәк район дауаханаһы нигеҙендә эшләүсе өс район-ара объекты – Балалар һаулыҡ үҙәге, район-ара онкология үҙәге һәм диализ үҙәге эше менән танышасаҡ. Үҙәктәр ике бинала урынлашҡан. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов хәбәр итеүенсә, объекттарҙы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға средстволар республика бюджетынан бүленгән. Шулай итеп, Балалар һаулыҡ үҙәгенә - яҡынса 1,5 миллион һум, Онкология үҙәгенә 18 миллион һум бүленгән. Валерий Трофимов һүҙҙәренсә, әлеге медицина үҙәктәренең тулы ҡеүәтендә эшләүе республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн бик мөһим. Балалар һаулыҡ үҙәге – был төбәктәге берҙән-бер бындай учреждение. Бөгөнгө көндә Үҙәк көнөнә 40 бәләкәй пациентты хеҙмәтләндерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика