24 ноябрҙә Мораҡ ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы һәм күрше райондар граждандарын ҡабул итте. Ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Республика Президентына ауыл биләмәһе депутаты мөрәжәғәт итте, уны «Мораҡ – Побоище» автомобиль юлының торошо борсой. Депутат һүҙҙәре буйынса, йәй көндәре юлда туҙан күтәрелеү сәбәпле «Көньяҡ» биҫтәһе халҡы зыян күрә. Ҡатын 800 метр оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәүҙәрен һораны.
Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы хамиәте башлығы Фәрит Мусинға мәсьәләне 2012 йыл дауамында хәл итергә ҡушты.
«Теплосеть» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәре Башҡортостан Президентына Мораҡ ауылының йылылыҡ селтәрҙәрен һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау, «Йәштәр» биҫтәһенә канализация селтәрҙәрен үткәреү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәре буйынса, район үҙәгенең әлеге йылылыҡ селтәрҙәре 1970-се йылдарҙа төҙөлгән һәм бөгөн улар 75 процентҡа иҫкергән. Йылылыҡ трассаһында авариялар йыш була. Бынан тыш, 1983 йылда төҙөлгән таҙартыу ҡоролмалары ла иҫкергән.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ике йыл дауамында әлеге объекттарҙы төҙөү һәм уларға ремонт үткәреүҙе финанслау буйынса мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Мәләүез районының Ергән ауылында йәшәүсе пенсионер ҡатын ауыл халҡы исеменән «Төньяҡ» биҫтәһендә Көнсығыш, Төньяҡ һәм Ҡояшлы урамдарынан үҙәк һыу тәьминәтен үткәреүҙә ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ҡатын Көнсығыш һәм Төньяҡ урамдарын яҡтыртыу һәм Ергәндә трасса буйында ағас ултыртыу мәсьәләләрен хәл итеүҙе һораны.
Барлыҡ мәсьәләләр буйынса республика Президенты тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Көйөргәҙе районы эшҡыуары Рөстәм Хәмитовҡа Таушишмә, Яманһары, Яңауыл, Яманғол ауылдарында газ торбалары үткәрелеүе хаҡында һөйләне, халыҡ кәрәкле ҡорамалдар ҙа алып ҡуйған. Күптәре мейестәрен дә һүткән. Әммә был ауылдарға ауыл-ара газ торбаларын һуҙыу мәсьәләһе бына инде күпме ваҡыт хәл ителмәй.
Рөстәм Хәмитов вице-премьер Сергей Афонинға һәм «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Крюковҡа хәлде асыҡларға һәм газ үткәреү буйынса эште аҙағынаса еткерергә ҡушты.
Көйөргәҙе районы агрономы республика башлығына Яңы юл һәм Абдул ауылдары араһындағы 6 километр оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәү һәм Көйөргәҙе йылғаһы аша күперҙе ремонтлау мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Республика Президенты был һорауҙар буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.