11:04 (UTC+5), 23 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел ҡалаһы халҡы менән осрашты

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ағиҙелгә эш сәфәре барышында ҡала халҡы менән осрашты. Ағиҙелдәге иҡтисади хәл осрашыуҙың төп темаһы булып торҙо – ҡалала атом электростанцияһы төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған.
— Беҙҙең өсөн Ағиҙел яҙмышы мөһим, шуға күрә мин бында, - тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов ҡала халҡына республикалағы хәл тураһында һөйләне, сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү йәһәтенән хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне. Үткән йылдан башлап Башҡортостан етәкселеге халыҡ өсөн бизнес менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр булдырыуға, предприятиеларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы сәйәсәт башланы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. Күп йылдар дауамында республикала айырымланғанлыҡ идеяһы өҫтөнлөк итте, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә үҙебеҙ хәл итә алабыҙ, тигән фекер йөрөнө. Был ваҡытта башҡа төбәктәр тиҙ үҫеште. Һөҙөмтәлә Башҡортостан иҡтисады тотҡарланып ҡалды.
— Хәлде көйләү өсөн бөгөн яңы предприятиелар, инвестициялар кәрәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шуға күрә республика асыҡлыҡ сәйәсәте хаҡында иғлан итте.
Башҡортостан Президенты инвесторҙар өсөн һалым буйынса ташламалар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, был ташламалар 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2012 йылда өс-дүрт яңы предприятие төҙөлә башлаясағы аныҡ билдәле.
Рөстәм Хәмитов республика килемдәренең дүрттән бер өлөшө яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына тура килеүен билдәләне.
Президент республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл менән дә таныштырҙы. Уның фекеренсә, барлыҡ власть структуралары өсөн кеше төп өҫтөнлөк булып торорға тейеш.
— Беҙ власты халыҡҡа ҡаратырға тейешбеҙ, кеше – азат булырға, ә власть уны һаҡларға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы. – Мин үҙ өлгөмдә властың халыҡ менән аралашырға тейешлеген күрһәтергә теләйем.
Ағиҙел халҡы республика Президентына атом электростанцияһы төҙөлөшөнә, ҡаланы иҡтисади йәһәттән үҫтереү перспективаларына, спорт ойошмаларына ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика