06:16 (UTC+5), 21 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов «Өфө-Арена»ның икенсе сиратын сафҡа индереүгә бәйле тантанала ҡатнашты

ИА "Башинформ"
20 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһының икенсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика башлығы байрамға йыйылғандарҙы ҡотлап, шайба ырғытыу йолаһын үтәне һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының үҫмерҙәр командаһы араһындағы матчты ҡараны, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Тантанала сығыш яһап, республика башлығы, «беҙҙең республикала һәйбәт спорт объекттары төҙөлөүенең дауам ителгәненә һоҡланып ҡарайым», тип билдәләне. Яңы спорт комплексын ул «бик ҡыҙыҡлы, матур, республика өсөн кәрәкле » объект тип атаны.
— Беҙҙә, Өфөлә, яҡын киләсәктә йәштәр араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты, Бөтә донъя балалар уйындары кеүек ҙур ярыштар үткәреләсәк. Һәм был зал, был боҙ мотлаҡ файҙаланыласаҡ, бында ҡыҙыҡлы баталиялар, мауыҡтырғыс ярыштар үтәсәк, уларҙы беҙҙең ҡала, илебеҙ көйәрмәндәре генә түгел, бөтә донъя күҙәтәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. Ул «ошо матур боҙ һарайын төҙөүгә үҙенең күңелен һалған төҙөүселәргә» рәхмәтен белдерҙе, йәш хоккейсыларға,фигуристарға яҡшы һөҙөмтәләр теләне.
Белешмә өсөн. «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһы Башҡортостандағы яһалма боҙло иң ҙур спорт ҡоролмаһы булып тора – уның дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метрға тиң. Комплекс 7950 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙансығынан һәм әле асылған 650 тамашасылыҡ бәләкәй аренанан тора. Объекттың икенсе сираты 2010 йылдың майында төҙөлә башлай. Төҙөлөштөң дөйөм смета хаҡы 562 млн һум тәшкил иткән – аҡса республика һәм федераль бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йүнәлтелгән.
Яңы комплекстың биш ҡатлы бинаһы боҙ майҙанын, хоккей ярыштары үткәреү өсөн аренаны, волейбол, гандбол, баскетбол буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн универсаль уйын залын, медицина-һауыҡтырыу һәм ярҙамсы биналарҙы, шулай уҡ ике ҡатлы 222 урынлыҡ машиналар ҡуйыу майҙанын үҙ эсенә ала.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика