17:01 (UTC+5), 21 Ноябрь 2011

Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау торошон тикшерҙе

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөгә эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы торошо тикшерелде.
Дмитрий Медведев Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына юғары баһа бирҙе.
— Ауыр осраҡтарҙа махсус медицина ярҙамын күрһәтеүҙән тыш, шулай уҡ амбулатор дауалауҙың, ауырлыларға ярҙам күрһәтеү системаһының үҫеше мөһим. Республика ҙур, бынан тыш бындай проекттар демографик хәлде яҡшыртыуҙа ярҙам итә, - тип билдәләне ил башлығы.
Рөстәм Хәмитов һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда был юҫыҡта күп нәмәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне.
— Тәү сиратта, ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә балаларға ярҙам күрһәтеүгә иғтибар бүләбеҙ, - тине ул. – Алдағы аҙнала республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә республиканың күсмә Советы үтәсәк, Башҡортостандың был өлөшөндә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә биш район өсөн төбәк-ара медицина үҙәге төҙөләсәк. Унда ауыл халҡына юғары технологиялы ярҙам күрһәтеләсәк.
Башҡортостан Президенты бының айырыуса республика өсөн көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки төбәктә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлеге өсөн дә уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне. Быйыл ғына бында 100-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк район дауаханалары базаһы ла нығытыла, заманса төбәк-ара медицина үҙәктәре төҙөлә.
— Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ике йыл эсендә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштереләсәк, бындай ҙур аҡсалар өлкәгә тәүгә йүнәлтелә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – 2012 йыл тамамланыуға һаулыҡ һаҡлау торошоноң яңы сифатына күсәсәкбеҙ.
Республика башлығы Дмитрий Медведевҡа республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге бер нисә эре проекты хаҡында һөйләне һәм федераль үҙәктең Башҡортостанға күрһәткән ярҙамы өсөн Рәсәй Президентына рәхмәтен белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика