Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ноябрь 2011, 13:19
Дмитрий Медведев: «Башҡортостан үҫеше шик тыуҙырмай»
Башҡортостандың бөтә өлкәләрҙә лә уңышлы үҫешеүе шик тыуҙырмай. Бындай фекерҙе Өфөлә төбәк киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ил Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе.
Президент һүҙҙәренсә, республика торошо хаҡында ул Башҡортостан етәкселеге тарафынан ебәрелгән күрһәткестәрҙән генә түгел, Өфөгә визиты дауамында күргән объекттарҙан сығып та фекер йөрөтә. Тәү сиратта был заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылған Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы.
Ил Президенты күп төрлө дауаханалар күреүе һәм Башҡортостан табиптарының ысынында ла ҡатмарлы операциялар эшләүгә һәләтле булыуы хаҡында белдерҙе.
— Был бик мөһим, - тип иҫәпләй Дмитрий Медведев, - сөнки республика территория буйынса ла, халыҡ иҫәбе буйынса ла ҙур төбәк. Ауыр операцияларға сираттар булырға тейеш түгел.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
рәсәй президенты
Читайте нас: