08:28 (UTC+5), 15 Ноябрь 2011

Асҡын районында Дума һайлауҙарына ҡыҙыҡһыныу ҙур

Марина Шумилова
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Фәтихов Асҡын районында Дума һайлауҙарына ҙур ҡыҙыҡһыныу күҙәтелеүен билдәләй.
— Был ҡыҙыҡһыныуға лидерҙарҙың һәм сәйәси партия вәкилдәренең һайлау алды теледебаттары ла ныҡ булышлыҡ итә, — тине «Башинформ»ға Илшат Фәтихов. – Халыҡ был дебаттар буйынса үҙ-ара фекер алыша, үҙҙәренсә һығымталар яһай. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа канидаттарҙың районға килеүе лә ыңғай ҡабул ителде. Бында, төпкөлдә йәшәгән кешеләр республикабыҙ мәнфәғәттәрен Дәүләт Думаһында яҡлаясаҡ кешеләрҙе белергә теләй.
Асҡын районында 17 меңдән ашыу кеше һайлаусылар исемлегендә. Районда 46 һайлау участкаһы эшләй. Шуларҙың иң ҙур дүрт участкаһы район үҙәге Асҡында урынлашҡан. Уларҙың һәр береһендә меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Бер нисә һайлау участкаһы — Баҙансат, Ҡаҙансы, Ҡыйғаҙы, Көнгәк һәм Петропавловка — эргә-тирәләге ауылдарҙан бер аҙ алыҫтараҡ ята, участкаға барғанда халыҡ ҡыйынлыҡ күрмәһен өсөн һайлау көнөндә бында өҫтәмә автобус маршруттары ойоштороласаҡ.
Асҡын территориаль һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, районда Себерҙә вахта менән эшләгәндәр күп — яҡынса 1600 кеше. 4 декабрҙә тауыш биреүгә хоҡуғын ҡулланыу өсөн, әле улар берҙәм рәүештә теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика