11:23 (UTC+5), 14 Ноября 2011

Республика башлығы Салауат ҡалаһындағы балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Салауатта Рөстәм Хәмитов 99 койка-урынға иҫәпләнгән ҡала балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Капиталь ремонт сиктәрендә дауалау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу – яңы ҡорамалдар һатып алыу, стационар менән поликлиниканы заман талаптарына ярашлы хәлгә килтереү, шулай уҡ диагностикалау бүлеге менән ғәҙәттән тыш бәләкәй кәүҙәле етлекмәй тыуған балалар өсөн бүлексә асыу планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнгән, төҙөлөш экспертизаһы үткәрелгән. Ҡорамалдар һәм мебель урынлаштырыу ағымдағы йылдың декабренә билдәләнгән. Рөстәм Хәмитов объектты сафҡа индереүҙең теүәл датаһын әйтеүҙе талап итте. Төҙөүселәр реконструкцияның беренсе этабындағы эштәрҙе 2012 йылдың 15 ғинуарына тамамларға вәғәҙә бирҙе. Реконструкцияның дөйөм хаҡы - 300 млн һумға, шул иҫәптән тәү сираттағы эштәрҙең хаҡы 173 млн һумға барып баҫасаҡ.
Республика башлығы билдәләүенсә, дауахананы ремонтлау – эштең яртыһы ғына. Иң мөһиме, медиктар пациенттарына кешелекле булһын.
— Кешеләр бик йыш тупаҫ мөғәмәләгә осрай, уларҙы кабинеттан кабинетҡа йүгертәләр. Һеҙҙән һорайым, коллективығыҙҙы «һелкетеп алығыҙ», эштәренә яҡшы ҡарай башлаһындар, — тине Рөстәм Хәмитов, дауалау учреждениеһы етәкселегенә мөрәжәғәт итеп.
Артабан Рөстәм Хәмитов әле буш торған, 500 урынға иҫәпләнгән балалар интернатында булды. Республика Президенты Мәғариф министрлығына һәм Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был хәлде асыҡларға ҡушты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика