16:34 (UTC+5), 11 Ноября 2011

Октябрьскийҙың 11 йәш ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар аласаҡ

Марина Шумилова
Октябрьский хакимиәтендә 2011—2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Сертификаттарҙы 11 йәш ғаилә алды.
— Субсидиялар алыуға сертификаттар тапшырыу — йыл һайын үткәрелеүсе процедура, ул беҙҙең ҡалала ғына түгел, бөтә республикала, бөтә илдә үтә, — тип билдәләне Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов. — Октябрьскийҙа ағымдағы йылда - 48, ә программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 220-нән ашыу йәш ғаилә ярҙам алды.
Сергей Молчанов тантанаға килгәндәргә ҡала округының социаль өлкәһен үҫтереү перспективалары — балалар баҡсалары, перинаталь үҙәк төҙөү, поликлиникаларҙы модернизациялау тураһында һөйләне, ололар һәм балаларҙы яҡын арала өй туйлауҙары менән ҡотланы.
Дөйөм алғанда йәш ғаиләләр алты миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Субсидияның минималь суммаһы - 361620 һум, иң күбе 774900 һум тәшкил итәсәк. Сертификат хужалары был аҡсаны фатир һатып алғанда беренсе иғәнә итеп, йорт төҙөүҙә йәки торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә ҡуллана аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика