05:58 (UTC+5), 11 Ноября 2011

Дума мандаттарына Башҡортостандан 82 кандидат көрәшәсәк

Марина Шумилова
Алдағы һайлауҙарҙа Башҡортостанда Дума депутаттары мандаттарына бөтә ете партиянан 82 кандидат көрәшәсәк. Шул уҡ ваҡытта әлеге һайлау марафонында ҡатнашыусыларҙың 13-өнә 30 йәш тә юҡ, тип хәбәр итте һайлаусылар менән «тура бәйләнештә» БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Дөйөм алғанда бөтә Рәсәйҙә алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа 3050 кандидат ҡатнашасаҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында теркәлгән сәйәси фирҡәләрҙең федераль исемлектәрендә әле шул сама кандидат иҫәпләнә. Шулай итеп, бер депутат мандатына бөгөнгө көндә етенән дә әҙерәк кандидат дәғүә итә. Был һуңғы парламент һайлауҙары араһында Дума креслоһына иң түбән конкурс. 2007 йылда, беҙҙең илдә һайлауҙар тәүге тапҡыр пропорциональ система буйынса (партия исемлектәре буйынса) үткәрелгәндә, был күрһәткес бер депутат мандатына 13 кешегә тиң ине. 2003 йылда, һайлауҙар ҡатнаш система буйынса үткәрелгәндә, берҙәм һайлау округтары буйынса бер депутат мандатына 16-нан ашыу кеше тура килде, әммә ул ваҡытта һайлауҙарҙа 26 сәйәси партия һәм һайлау блоктары ҡатнашҡайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика